

Стәрлетамаҡ районында махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугирҙың йортона «аҡыллы кухня» урынлаштырғандар. Хәҙер күреү һәләтен юғалтҡан МХО ветераны хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа йәшәй.
Алғы һыҙыҡтан ауыр йәрәхәттәр менән ҡайтҡан ҡаһармандарыбыҙға ярҙам итеү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип хәбәр итә «Ватан һаҡсылары» фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
– Республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында социаль координаторҙарыбыҙ эшләй. Стәрлетамаҡ районында Альбина Мортазина ветерандарға һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Беҙҙең белгесебеҙгә яра алыу һөҙөмтәһендә күреү һәләтен юғалтҡан ветеран мөрәжәғәт иткән. Махсус комиссия уның тикшергәндән һуң, үткән аҙнала йортона яңы аш-һыу бүлмәһе һәм «Умный дом» системаһы ҡуйылды. Хәҙер яугир йортондағы ҡорамалдар менән планшет йәки смартфон аша тауыш ярҙамында идара итә ала. Шулай уҡ батырыбыҙҙы техник реабилитация сараһы смарт-трость менән тәьмин итә алдыҡ, – тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.
Яугирҙың йортонда махсуслаштырылған эш урыны, сәғәт, әйберҙәрҙе билдәләү өсөн ҡорамал (Алиса станцияһы), робот-пылесос, төтөн тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал, Брайль шрифты менән яҙыу машинкаһы һәм уны ҡулланырға өйрәтеү өсөн махсус ҡорамалдар, аш-һыу әҙерләү һәм ашау өсөн һауыт-һаба һәм стендтар, дозаторҙар һәм шыйыҡса кимәле күрһәткестәре, шулай уҡ башҡа төрлө йыһаздар – уңайлы шарттарҙа йәшәү өсөн бөтә әйбер бар.
Шуны билдәләргә кәрәк, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ветеранды «Аҡыллы йорт» системаһы һәм бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән бушлай тәьмин иткән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.