Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
16:50 (UTC+5), 07 Ноября 2024

Башҡортостан халҡы фронтҡа өс машина һәм дрон детекторҙары ебәрҙе

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте
Инсаф Хужабиргәнов

Хәйбулла районынан МХО зонаһына сираттағы гуманитар ылау юлға сыҡты. Район халҡы яугирҙарға ике «УАЗ» һәм бер «Нива» автомобилдәре,  радио-электрон көрәш сараһы, «Булат-4» ҡулайламалары, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировкалау селтәрҙәре, миндектәр, портатив газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек (тушенкалар, салаттар, тоҙламалар, картуф), кейемдәр һәм яугирҙарға ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр оҙатты.

«Ғаилә» үҙәге белгесе Филүзә Ишемғолова «Башинформ»ға һөйләүенсә, гуманитар ылауҙы район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙе оҙатып бара. 

– Гуманитар ылау менән бергә 25 маскировка селтәре ебәрҙек, ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, быҡтырылған ит һәм салаттар һалды. Мәскәүҙән Дмитриевтар ғаиләһе ҙур өлөш индерҙе, улар беҙгә 196 мең һумлыҡ ярҙам ебәрҙе. Һалдаттарҙың һорауы буйынса бөтә кәрәк-яраҡтарҙы һатып алдыҡ, – тине Филүзә Ишемғолова. 

Райондың «Туған тыл» ирекмәндәр берекмәһе яугирҙарға окоп шәмдәре әҙерләгән. 

– Беҙҙең район үҙәгендә окоп шәмдәре производствоһы, теген цехы булдырылған. Бөгөн МХО биләмәһендә иң кәрәклеһе – ул дронға ҡаршы юрғандар, беҙ уларҙы егеттәрҙең үтенесе буйынса тегә башланыҡ. Шулай уҡ үҙебеҙ теккән балаклаваларҙы, тактик носилкаларҙы ебәрҙек, – тип һөйләне ирекмәндәр берекмәһе етәксеһе Юлиә Ғәлиева.

Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә әүҙем ярҙам күрһәтә. Баймаҡ районы төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән 26 гуманитар йөк оҙатты. «Башинформ» шулай уҡ Ейәнсура районынан ағалы-энеле өс бер туғандың махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-07/zhiteli-bashkirii-otpravili-na-front-tri-mashiny-i-detektory-dronov-3999008

1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика