10:41 (UTC+5), 14 Сентября 2026

Республикабыҙ йөҙөүселәре Европа чемпионатында 7 миҙалға лайыҡ булды

Фото: Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәре | МАКС

Башҡортостан спортсылары паралимпия йөҙөүе буйынса Европа чемпионатында ете миҙал яуланы. Башҡортостан йөҙөүселәренең активында өс алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал бар, тип хәбәр итте республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов.

Богдан Мозговой алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Андрей Николаев Европа чемпионы һәм ике тапҡыр бронза призёр булды. Игорь Бобырев республикабыҙға тағы бер алтын миҙал килтерҙе.

Милли команда өсөн һөҙөмтә айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләне Руслан Хәбибов. Тарихта беренсе тапҡыр Рәсәйҙең йыйылма командаһы паралимпия йөҙөүе буйынса Европа чемпионатында дөйөм команда зачетында еңеүгә өлгәште. Рәсәй спортсылары, Италия һәм Украина йыйылма командаларын уҙып китеп, 92 миҙал (33 алтын, 39 көмөш һәм 20 бронза) яуланы.

«Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм Рәсәйҙең йыйылмаһы командаһын тарихи һөҙөмтә менән ҡотлайым! Башҡортостан йөҙөүселәренең ете миҙалы – Рәсәйҙең ҙур еңеүенә лайыҡлы өлөш», — тине Руслан Хәбибов.

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика