12:33 (UTC+5), 03 Сентября 2026

Башҡортостан спортсылары Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы

Фото: видеонан скриншот | МАТЧ. Страна
Инсаф Хужабиргәнов

Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары башланды. Рәсәй йыйылмаһына тәүге миҙалдарҙы Башҡортостан көрәшселәре килтерҙе. «Алыш»та Артур Зөлҡәрнәев һәм Денис Ускомбаев бронза призер булды, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығы.

Классик стилдең ярымфиналында (80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында) Зөлҡәрнәев Монголия вәкилен еңһә, Ускомбаев ирекле стилдә Һиндостан көрәшсеһенә ал бирмәне.

Артур Зөлҡәрнәев 2024 йылдағы уңышын ҡабатланы. Ҡаҙағстанда күсмә халыҡтар уйындарында яҡташыбыҙ, 10 секундта Филиппин спортсыһын еңеп, бронза миҙал алғайны.

Башҡортостан вәкиле Ләйлә Шаһисолтанова мас-рестлингта тағы бер миҙал яуланы. Ләйлә тәүҙә ҡаҙаҡ спортсыһын, һуңынан Канада вәкилен еңде. Финалда ныҡышмалы көрәштә ҡырғыҙ спортсыһынан еңелде. Ләйлә Шаһисолтанова Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында икенсе тапҡыр ҡатнаша, ике йыл элек Ҡаҙағстанда үткән ярыштарҙа ла ул көмөш призер булды.

матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Спорт министрлығы
Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Спорт министрлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика