17:43 (UTC+5), 26 Августа 2026

Башҡортостан уҡсыһы Рушан Хәсәнов Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Фото: социаль селтәрҙәр | БР Һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу федерацияһы
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан уҡсыһы Рушан Хәсәнов һыбай килеш уҡ атыу буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта БР Һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу федерацияһы хәбәр итә.

Ярыштар Мәскәү өлкәһендә үтте. Өс көн дауамында илдең иң көслө уҡсылары «Рейд‑233», «Башня‑90» һәм «Һунар маршруты»нда мәргәнлектә һынашты. Өфө уҡсыһы Рушан Хәсәновтың «Рейд 233» дисциплинаһындағы сығышы ҙур еңеү менән тамамланды. Ул ныҡышмалы көрәштә икенсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсыларының һөҙөмтәләре IHAA халыҡ-ара рейтингында иҫәпкә алынды.

Рушан Хәсәнов һәм Нуриман Хәйруллин сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ. 

Хәсәнов Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында шөғөлләнә.

социаль селтәрҙәр | БР Һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу федерацияһы
Фото: социаль селтәрҙәр | БР Һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу федерацияһы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика