
Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров спорт гимнастикаһы буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе Полина Дмитриеваны һәм уның тренеры Елена Кайгулованы бүләкләне.
Елена Кайгулова Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән билдәләнде, ә йәш спортсы Полина Дмитриева Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын алды.
Радий Хәбиров йәш гимнастканың ата-әсәһе Антонина һәм Юрий Дмитриевтарға рәхмәт белдерҙе.
«Афарин! Яҡшы ғаилә, шундай йондоҙсоҡ үҫтергәнһегеҙ. Республика спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурлана», — тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 йәшлек Полина Дмитриева Хорватияла спорт гимнастикаһы буйынса Европа беренселегендә триумф менән сығыш яһаны. Стәрлетамаҡ спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе бер юлы биш награда: дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.