Башҡортостан спорт традициялары менән көслө. Спорт бында төрлө һөнәр эйәләрен һәм төрлө йәштәге йөҙҙәрсә мең кешене берләштерә. 2025 йылда республикала спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны 64% ашып китте. Шуға күрә һуңғы ете йылда Башҡортостанды ике тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип таныуҙары осраҡлы түгел (2019 һәм 2025 йылдарҙа). Илдең башҡа бер субъекты ла был күрһәткескә өлгәшә алмаған әле.
Төп спорт төбәге
Башҡортостанда ҙур ярыштар йыш үткәрелә. Ошо көндәрҙә Өфө йәнә илдең спорт баш ҡалаһына әүерелде – өсөнсө аҙна инде ҡалала Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай кимәлдәге турнирҙы уҙғарыу өсөн төбәктә ныҡлы база бар — һуңғы биш йылда Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге объекттар (Көрәш һарайы, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы һәм Фехтование үҙәге) барлыҡҡа килде.
«Ошо көндәрҙә беҙҙең республика Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итә. Беҙҙә юғары кимәлдәге турнирҙар үткәреү өсөн спорт инфраструктураһы бар — фехтование ла, слалом да, көрәш тә. Әлбиттә, спортсыларыбыҙ ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә», — тигәйне Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Спартакиаданың төп өлөшөн Башҡортостанда уҙғарыу тураһында ҡарар — төбәктең юғары статусын һәм уның ойоштороу мөмкинлектәрен таныу ул. Республикала алты спорт төрө: фехтование, ишкәкле слалом, асыҡ һыуҙа йөҙөү, триатлон һәм спорт көрәше буйынса турнирҙы ҡабул итә. Ярыштарҙа 1500 кеше ҡатнаша, шул иҫәптән спортсылар, тренерҙар, белгестәр һәм судьялар.
Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв та спортты үҫтергән өсөн төбәктең идара итеү командаһына юғары баһа бирҙе. Ҡаҙаныштар, һис шикһеҙ, Башҡортостанда бихисап саралар — форумдар, фестивалдәр һәм ярыштар үткәреү менән бәйле, тигән фекерҙә министр.
«Быйыл Башҡортостан беҙҙең берҙәм календарь планы сиктәрендә ике тиҫтәнән ашыу спорт сараһын ҡабул итәсәк. Ҙур саралар иҫәбендә – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы», — тине Михаил Дегтярёв.
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, республикала Спартакиада алдынан ғәйәт ҙур эш башҡарылған. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы – милли спорт календарында төп ваҡиғаларҙың береһе һәм 2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк Олимпия уйындарына юлда төп эске старт булып тора, тип билдәләне ул.
«Ошондай кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү – беҙҙең өсөн оло хөрмәт, — тип белдерҙе вице-премьер. — Ҡатнашыусылар иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алһын, ә тамашасылар сағыу ярыштарҙың шаһиты булһын өсөн тейешле шарттар булдырырға тырыштыҡ. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын спортсыларҙы дәртләндерергә һәм бергә ҙур спорт байрамының бер өлөшө булырға саҡырам».
Спартакиада геройҙары
Башҡортостан спортсылары үҙ майҙанында шәп һөҙөмтәләр күрһәтә. Өфө фехтование үҙәгендә спортсыларыбыҙ байтаҡ миҙалдар яуланы. Рапира буйынса команда ярыштары финалында Башҡортостандың бер юлы ике командаһының осрашыуы турнирҙың иң яҡшы һөҙөмтәһе булып торалыр, моғайын. Финалда Башҡортостандың икенсе командаһы көслөрәк булып сыҡты. Владислав Журавлёв, Әмир Фәхретдинов, Ростислав Хамдамов һәм Дәүләт Хәйретдинов «алтын»ға лайыҡ булды. Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Валерий Корнилов һәм Тимур Сафин көмөш наградалар алды. Рапира буйынса шәхси беренселектә Егор Баранников һәм Аделина Заһиҙуллина бронза миҙалдар яуланы.
Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Алһыу Минәзеваның ишкәкле слаломда еңеүе һоҡландырҙы. Ярыштарҙың беренсе көнөндә Өфөнөң ишкәкле слалом комплексында спортсы ҡыҙ каноэла ярышыуҙа көмөш миҙал алһа, икенсе көндө Алһыу байдаркала яңғыҙ ишеүҙә «алтын» яуланы. Минәзева Рәсәйҙең ишкәкле слалом тарихында Олимпия уйындарында сығыш яһаған беренсе спортсы булып тора. Яҡташыбыҙ был спорт төрөндә беренсе булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланы.
«Икенсе яҡтан, тыуған яғымда ошондай кимәлдәге ярыштар уҙғарылыуы менән ғорурланам. Юҡҡа ғына республикабыҙ илебеҙҙең иң яҡшы спорт төбәге тип иҫәпләнмәй. Һәр субъект та бындай спорт инфраструктураһы менән маҡтана алмай. Ишкәкле слалом комплексы асылғандан һуң беҙҙең спортсыларҙың шунда уҡ бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелеүен күрәбеҙ. Улар ныҡ үҫте һәм һөҙөмтәләр күрһәтә башланы. Бындай комплекстар илебеҙҙә өсәү генә. Унда хатта ҡышҡыһын да шөғөлләнергә мөмкин, сөнки йылы һыу килә һәм канал туңмай. Шуға күрә беҙгә бөтә илдән спортсылар килә, беҙ быға сикбеҙ шатбыҙ. Илдең ишкәкле слалом берләшмәһе исеменән республикабыҙ Башлығына ошо иҫ киткес объект төҙөгәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Алһыу Минәзева «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
Белорет боксеры Бекхан Исраиловтың еңеүе көйәрмәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә бүләк булды. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында ул Башҡортостандан беренселәрҙән булып алтын миҙал алды. Шулай уҡ абруйлы турнирҙың бронза призеры – Өфө боксеры Иван Тихонов. Башҡортостан атлеттары бөтәһе 9 миҙал яулап, турнирҙың дөйөм зачетында һигеҙенсе урынды биләй.
Спартакиаданың төп маҡсаты — ҙур держава халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу. Ярыштар өфөләр өсөн ысын байрамға әүерелде. Беренсе көндә үк триатлон буйынса турнирҙы 5500-ҙән ашыу кеше ҡарарға килде. Юғары класлы ярыштарҙы күрергә теләүселәр көндән-көн арта бара.
«Бик шәп, мауыҡтырғыс ярыштар. Беҙ триатлонды рәхәтләнеп ҡараныҡ, ҡатмарлы, әммә бик ҡыҙыҡлы спорт төрө. Ишкәкле каналда көйәрмәндәр өсөн дә шарттар бар. Ғаиләбеҙ менән яҡташтарыбыҙ Алһыу Минәзева (слалом), Аделина Заһиҙуллина (фехтование) өсөн янып-көйҙөк. Спортсыларыбыҙ өсөн шатбыҙ. Пандемия ваҡытында һәм сәйәси сәбәптәр буйынса сикләүҙәр арҡаһында улар донъя аренаһында сығыш яһай алманы, хәҙер уларҙан Олимпиадала еңеүҙәр көтәбеҙ», — тине Өфөнән көйәрмән Гүзәл Бикмәтова.
«Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы ысынлап та үҙенсәлекле сара, ул ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Юғары кимәлдә ойошторолоуы, көслө спорт мөхите һәм илдең төрлө төбәктәренән килгән бик күп спортсылар. Башҡортостандың ошондай күләмле спорт сараларын уҙғарыу майҙансығына әүерелә барыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ойоштороусыларға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ысын спорт байрамы өсөн рәхмәт», — тип билдәләне Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Азамат Төхвәтуллин.
Көрәшселәр төбәге
Алда Башҡортостанды спорт көрәше буйынса турнир көтә – 7-13 сентябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында илдең иң көслө көрәшселәре бил һынаша. Һис шикһеҙ, республика был ярыштарҙы ла юғары кимәлдә үткәрәсәк. РФ Спорт көрәше федерацияһының генераль секретары Георгий Брюсов «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостанға ошондай баһа бирҙе.
«Өфөнө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы майҙансыҡтарының береһе итеп һайлауҙары ғәҙел, сөнки Башҡортостан үткәрелгән халыҡ-ара һәм Рәсәй турнирҙары һаны, шулай уҡ иң юғары матди-техник һәм ойоштороу кимәлендәге объекттар менән тәьмин итеү кимәле буйынса Рәсәй спорты лидерҙарының береһе булып тора.
Өфө хаҡлы рәүештә донъя спорт көрәше үҙәктәренең береһе һанала. Был спорт төрө — Башҡортостандың спорт ғаиләһендә йыш һәм көтөп алынған ҡунаҡ. Уҡыу-күнекмә йыйындары, республика ҡабул иткән халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар. 2021 йылда Өфөлә уҙған спорт көрәше буйынса донъя беренселеге әле лә көрәш буйынса ҙур турнирҙар үткәреү өлгөһө булып тора.
Шулай уҡ беҙ уникаль Сурдлимпия уйындарын хәтерләйбеҙ, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптән көрәш буйынса күп илдәрҙән вәкилдәр йыйылды. Донъяла ошондай кимәлдәге Уйындарҙың үткәрелгәне юҡ.
Шуға күрә Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы юғары кимәлдә уҙасаҡ һәм спортсыларға халыҡ-ара аренала сығыш яһарға әҙерләнергә мөмкинлек бирәсәк тип ышанам», — тине Георгий Брюсов.
Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы 4 октябргә тиклем бара. Алда – яңы асыштар, рекордтар, еңеүҙәр. Был ярыштарҙы меңәрләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар күрәсәк, уларҙың күңелендә спорт менән шөғөлләнергә һәм юғары ҡаҙаныштарға ынтылырға илһамландырған йылы хис-тойғолар һәм хәтирәләр ҡаласаҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.