11:39 (UTC+5), 27 Июля 2026

Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо асылды

Фото: Алексей Полянцев | «Спидвей Москва» берләшмәһе
Ләйсән Закирова

Мәскәүҙең «Формула Х» сауҙа үҙәгендә боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы, Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо «ҡабынды». Асыу тантанаһында Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Мотоциклет спорты федерацияһы вәкилдәре, дуҫтары, коллегалары һәм билдәле мотоспортсылар ҡатнашты, улар араһында боҙҙа уҙыш буйынса 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Балашов, боҙҙа уҙыш буйынса Европа чемпионы һәм биш тапҡыр Рәсәй чемпионы Никита Богданов, боҙҙа команда ярыштарында донъя чемпионы һәм шоссе-ҡулса уҙышы буйынса күп тапҡыр СССР чемпионы Александр Московка, тип хәбәр иттеләр Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Красников шәхси уҙыштарҙа һигеҙ тапҡыр, команда беренселектәрендә 12 тапҡыр донъя чемпионы исемен, күп тапҡыр Рәсәй кубогына ярыштарҙа еңеү яулаған.

 2025 йылдың 16 июнендә юл фажиғәһендә мотоуҙышсының ғүмере өҙөлдө.

«Башинформ» яҙғанса, Ленин районында Николай Красников урамдары барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Алексей Полянцев | «Спидвей Москва» берләшмәһеАлексей Полянцев | «Спидвей Москва» берләшмәһе
Фото: Алексей Полянцев | «Спидвей Москва» берләшмәһе
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика