«Салауат Юлаев» быйылғы миҙгелгә ғәҙәттәгенән иртәрәк, июль аҙағында, әҙерләнә башлаясаҡ. Өфө клубының матбуғат хеҙмәте миҙгелгә әҙерлек планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, уйынсылар 30-31 июлдә медицина тикшереүе үтәсәк һәм 1 августа баш ҡала боҙына сығасаҡ.
Күнекмәләр 16 авгусҡа тиклем дауам итәсәк, 17–20 августа Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогы үтәсәк. «Башинформ» агентлығына «Салауат Юлаев»тың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙа Өфө хоккейсыларынан тыш, Хабаровскиҙан «Амур», Астананан «Барыҫ», Тольяттиҙан «Лада» командалары ҡатнаша.
Өс көнлөк күнекмәләрҙән һуң юлаевсылар йәнә тағы бер турнирға, Магнитогорскиҙағы Ромазан мемориалына юллана. Быйыл унда «Амур», «Трактор», «Лада» командалары һәм турнир хужалары — «Металлург» хоккейсылары осрашасаҡ. Был ярыштар, һис шикһеҙ, ныҡлыҡҡа һәм берҙәмлеккә һынау буласаҡ.
«Салауат Юлаев» уҙған миҙгел тамамланыу менән иң көслө һәм мөһим уйынсыларын һаҡлап ҡалды һәм бер нисә яңы килешеү төҙөнө. Мәҫәлән, команданың лидеры Шелдон Ремпал менән килешеүҙе оҙайттылар. Клубтың иң яҡшы уйынсыһы менән килешеү бер миҙгелгә иҫәпләнгән. Шулай уҡ «Салауат Юлаев» былтырғы миҙгелдең иң яҡшы снайперы Джек Родуолдты һаҡлап ҡалды. Ә тәжрибәле һөжүмсе һәм КХЛ-да иң күп шайба индереүсе Вадим Шипачев команданан киткән Евгений Кузнецовты алмаштырасаҡ. НХЛ-дың элекке уйынсыһы Александр Алексеев Өфө командаһының оборонаһын нығытты.
«Салауат Юлаев»тың хәҙерге составы түбәндәгесә:
Һөжүмселәр: Броссо — Родуолд — Ремпал, Сучков — Шипачев — Жаровский, Алалыкин — Ефремов — Кузнецов, Горшков — Фәизов — Кузьмин.
Һаҡсылар: Алексеев — Стюарт, Зоркин — Панин, Цулыгин — Варлов, Ғәзимов — Кулик.
Ҡапҡасылар: Вязовой, Коновалов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.