Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Март , 14:02

Башҡортостандан дзюдосы Донъя кубогында алтын миҙалға лайыҡ булды

Алһыу Насирова һуҡырҙар спортында алтын миҙал яуланы.

Башҡортостандың Спорт министрлығы | матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы | матбуғат хеҙмәте

Донъяның 15 иленән 150 спортсы Грузияла һуҡырҙар спорты буйынса Донъя кубогы миҙалдары өсөн көрәште. Дзюдо буйынса юғары награда Башҡортостанға юллана. Алһыу Насирова финалда Төркиә спортсыһын еңде. Ярымфинал алышында яҡташыбыҙ Украина дзюдосыһынан еңеүҙе тартып алды.

«Алһыу – талантлы спортсы. Былтыр ҙа Грузияла ул Европа чемпионы булғайны! Тотороҡлоҡ – оҫталыҡ билдәһе, тиҙәрме», — тип билдәләне республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.

Алһыуҙы Донъя кубогына тренерҙары Валентин Пегов һәм Ольга Бердышева әҙерләгән.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-03-31/dzyudoistka-iz-bashkirii-vzyala-zoloto-kubka-mira-4633799

Автор: Наталья Овчарук
Читайте нас