06:36 (UTC+5), 27 Марта 2026

Сучковтың голы «Салауат Юлаев»ҡа «Автомобилист» менән уйында еңеү килтерҙе

Фото: «Салауат Юлаев» ХК | telegram-канал
Инсаф Хужабирганов

«Салауат Юлаев» плей-офф серияһының тәүге уйынындағы еңелеүе өсөн «Автомобилист»тан реванш алды. Екатеринбургтағы икенсе уйын 1:0 иҫәбе менән тамамланды.

Өфө командаһы тәүҙән үк әүҙем һөжүм итте. Уҙған уйында сосораҡ булған хужалар был юлы юлаевсылар артынан өлгөрә алманы. Ҡаты һәм «бысраҡ» уйын менән ҡунаҡтарҙы туҡтатырға маташты. Матч башында уҡ Александр Шаров Девин Броссоны бортҡа башы менән бәрҙерҙе, һөҙөмтәлә юлаевсы көскә аяҡҡа баҫты һәм боҙҙан сығырға мәжбүр булды. Судьялар бары тик уйынды туҡтатыуҙан башҡа сара күрмәне. Бәхеткә күрә, юлаевсыларҙың 57-се һанлы уйынсыһы оҙаҡламай боҙға кире сыҡты.

18-се минутта «Салауат Юлаев» күпселек арҡаһында иҫәпте асты. Шелдон Ремпал үҙенең етеҙ пасы менән Егор Сучковты алға сығарҙы. Ул һул флангтан ҡапҡаға яҡынлап, көслө итеп шайбаны ҡапҡаға ырғытты. Был уйындағы «Салауат Юлаев»ҡа еңеү алып килгән берҙән-бер гол булып сыҡты. Тәнәфес ваҡытында Сучков үҙ голының серен асты.

«Беҙҙең команда үҙенең етеҙ уйыны менән «Автомобилист»тан көслөрәк. Был юлы беҙ уның менән файҙалана алдыҡ. Хәҙер инде, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Тәүге биш минут көсөргәнешле булды, бер кем дә ҡапҡаһына шайбаны индерергә теләмәне. Башта ябайыраҡ, тыныс уйнарға тырышабыҙ, иң мөһиме, хат ебәрмәҫкә. Сөнки плей-офф уйындарында хата хаҡы күпкә ҡиммәткә төшәсәк», — тине Егор Сучков.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика