10:40 (UTC+5), 24 Марта 2026

«Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн көрәште еңелеүҙән башланы

Юлаевсылар плей-оффтың тәүге уйынында 0:2 иҫәбенә «Автомобилист»ҡа еңелде.

Фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы
Инсаф Хужабирганов

Тәүге осор тигеҙ алышта үтте. Хоккейсылар һаҡ уйнаны, әллә ни асылып китә алманы. «Салауат»тан Артур Фәизовтың шайбаны штангаға эләктереүенән башҡа хәүефле мәлдәр булманы. 15-се минутта ҡаршы яҡтың хоккейсыһы Өфө уйынсыһын зонаға үткәрмәү өсөн уға тубығы менән ҡаты итеп бәрелде. Юлаевсы Алексей Василевский боҙға ауған иптәшен яҡлап хужалар менән һуғышырға тотондо. Һөҙөмтәлә судьялар ике командаға ла штраф сәпәне. «4-кә 4» форматында өфөләр шайбаны ҡапҡаға индереүгә күпкә яҡыныраҡ ине. Әммә команда капитаны Григорий Панин һис кәрәкмәгән урында штраф алып, командаһын кәмселектә ҡалдырҙы. «Салауат» уйынды өс хоккейсы менән дауам итергә мәжбүр булды: тәүҙә ҡапҡаға осҡан шайбаға ҡаршы Егор Сучков һикерҙе, аҙаҡ Василевский кәүҙәһе менән ҡапланы. Сучков ауыр йәрәхәт алып табиптарҙың ярҙамы менән майҙансыҡтан сығырға мәжбүр булды.

Икенсе осор башында «Автомобилист»тың лидеры Даниэль Спронг өс минутта Вязовойҙың ҡапҡаһына ике шайба «һалды»: бер голды контратакала индерһә, икенсеһен көтмәгәндә алыҫтан һуғып керетте. Тик шул ваҡытта ғына юлаевсылар уянғандай булды. Хужаларға ҡаршы ҡатыраҡ уйнарға, ҡапҡаға күберәк ташларға тотондолар. Әммә ҡапҡасылары Галкин ышаныслы уйнаны, юлаевсылар һуҡҡан һәр шайбаны бер ҡулы менән генә итеп эләктерә торҙо. Өфө уйынсылары әүҙемерәк булһа ла, хужалар уйынды контролдә тота ине. Шул уҡ ваҡытта улар урыны менән тупаҫ уйнаны, юлаевсыларҙы сығырынан сығарырға маташты. Үкенескә күрә, судьялар быны күрмәне.

Өсөнсө осорҙа Өфө командаһы ҡаты һөжүм яһаны, хужаларға ҡарағанда ҡапҡаға күп ташланы. Әммә һан барыбер сифатҡа әйләнмәне. Шулай итеп, «Автомобилист» лидерҙары, юлаевсыларҙан айырмалы, үҙ оҫталығын күрһәтә алды һәм ошо арҡылы командаһын еңеүгә килтерҙе. Серия иҫәбе — 0:1. Киләһе уйын 25 мартта ошонда уҡ, Екатеринбургта, үтәсәк. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика