Башҡортостандан 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында Сибай ҡыҙы Зарина Исламова сығыш яһаны. Ул алтын миҙалы яуланы һәм ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
«Рәсәй чемпионатына әҙерлекте Яңы йылдан һуң Сибайҙағы «Ҡара аждаһа» спорт клубында башланым, унда тренерым Александр СергеевичГаврилов етәкселегендә шөғөлләндем. Беҙҙең ауырлыҡ категорияһында кем минең ярышасағы тураһында аныҡ ҡына белә инек инде. Иң мөһиме — Мәскәүҙән Сафиеваны еңеү ине. Сөнки мин 2024 йылда унан еңелгәйнем. Финалда тап Мәскәү ҡыҙы эләкте, ауыр алышта уны еңеп, Рәсәй йыйылма командаһына эләктем», — тип уртаҡлашты Зарина.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Сибай ҡыҙы халыҡ-ара ярыштарҙа пьедесталға башҡорт бүреге һәм селтәре менән күтәрелә. Үҙенә күрә бер талисман улар минең өсөн, ти Зарина.
«Тәүҙән үк тамырҙарымды, мине тәрбиәләгән кешеләрҙе күрһәтергә теләнем. Һәм ваҡыт үтеү менән селтәр ул биҙәүес кенә түгел, ә тере, ысын образға әүерелде, халҡым менән бәйләп торған талисман. Улар — халҡымдың тарихы, ғөрөф-ғәҙәте, рухы. Селтәр һәм бүрек кейһәм, мин үҙемде ышаныслыраҡ тоям кеүек. Кешеләр ҡарай, ҡыҙыҡһына, Башҡортостандың бер өлөшөн донъя һәм ил рингтарында күрһәтә алыуым менән ғорурланам», — ти ҡыҙ.
Алда спортсыны Малайзияла донъя чемпионаты көтә.
Башҡортостан боксерының Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүгә өлгәшеүе хаҡында ла хәбәр иткәйнек.