

Йыл да үткәрелгән халыҡ-ара ярыштарҙа 30 йәштән өлкән 25 000-дән ашыу спортсы ҡатнашты.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан тәжрибәле дзюдосылар сығыш яһаны. 50 йәштән өлкән спортсылар араһында Дүртөйлө егете Айнур Тимербаев алтын миҙалға лайыҡ булды. Өфөләр Азат Зарипов (60+) һәм Рөстәм Сәфиуллин (40+) көмөш миҙал яуланы.
«Турнир яҡшы ойошторолған, беҙгә Рәсәй флагы аҫтында ярышта ҡатнашырға рөхсәт иттеләр. Республикаға миҙалдар алып ҡайтыуыбыҙ менән ныҡ ғорурланабыҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Азат Зарипов. — Миңә алтынға бер аҙым ғына етмәне. Финалда Санкт-Петербургтың тәжрибәле дзюдосыһынан еңелдем. Рөстәм Сәфиуллин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина күрһәтмәләре буйынса финалдан төшөп ҡалды.
Ә Айнур Динар улы йыл һайын дзюдо буйынса ветерандар һәм мастерҙар араһында турнирҙарҙа ҡатнаша, ул халыҡ-ара аренала еңеүсе статусын раҫланы. Ҡаҙағстандан ике тапҡыр донъя чемпионы менән алышта еңде».
Зарипов һүҙҙәренсә, Өфөлә дзюдосы-ветерандарҙың көслө командаһы төҙөлгән. Спортсылар Көрәш һарайында шөғөлләнә.
Европа асыҡ уйындарында (Open Masters Games) донъя спортсылары 38 спорт төрө буйынса ярыша.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.