10:23 (UTC+5), 12 Февраля 2026

«Салауат Юлаев» хоккейсыһының үлеменең сәбәбе билдәле булды

32 йәшлек спорты Артем Федоровҡа бәйле хәбәр бөтә хоккей донъяһын тетрәндерҙе.

Фото: Валерий Шахов
Инсаф Хужабирганов

«Салауат Юлаев»тың элекке уйынсыһы 9 февралдә вафат булды. Йәш спортсы оҙаҡ ваҡыт тарҡау склероз менән сирләгән, тип хәбәр итә «СтарХит» баҫмаһы.

«Ул ҡаты ауырый ине... Тарҡау склероз яман шештән дә ҡурҡынысыраҡ», — тип хәбәр итә баҫманың сығанағы.

Был хроник аутоиммун ауырыу, ул арҡа мейеһенең һәм нервы тышсаларының емерелеүенә бәйле. Сир нервы импульсының үтеүен туҡтата, һиҙгерлекте кәметә һәм йоҡоһоҙлоҡ тыуҙыра.

Артем Федоров «Кристалл» хоккей мәктәбен тамамлаған. Ул бәләкәйҙән үк һәләтле хоккейсы була. 2015 йылда үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында ҡышҡы Универсиадала алтын миҙал яулай.

Һөжүмсе Өфө клубы өсөн 2017-2018 йылдарҙа сығыш яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер шайба ла индерә алмайынса, Федоров Мәскәүҙең «Спартак» клубына алмаштырылды. Уның иң уңышлы миҙгеле — 2019—2020 йылдар миҙгеле, Мәскәү командаһы составында 58 уйында 41 мәрәй ала. 2023 йылдан бирле уйнамай, әммә Федоров карьераһын тамамлауы хаҡында иғлан итмәй.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика