09:08 (UTC+5), 09 Февраля 2026

Радий Хәбиров фехтование буйынса Донъя кубогы еңеүселәрен бүләкләне

Фото: скриншот / Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы
Инсаф Хужабиргәнов
1 из 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә фехтование буйынса Донъя кубогы еңеүселәре Әмир Фәхретдиновты һәм Ростислав Хамдамовты, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын бүләкләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ростислав һәм Әмир Туниста фехтование буйынса Донъя кубогы еңеүселәре булды, шулай уҡ шәхси зачетта алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.

«Мин быны оло еңеү тип иҫәпләйем! Беҙ еңеүҙәр булыр тип уйлағайныҡ. Фехтование үҙәге методик үҙәк сифатында сығыш яһай, бында күләмле турнирҙар ҙа үткәрелә. Ә ҙур ярышһыҙ ҙур спорт та юҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбенең фехтование буйынса тренер-уҡытыусыһы Тимур Арыҫлановты һәм халыҡ-ара категориялы судья Раил Нәғимовты республиканың маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Әмир Фәхретдинов һәм Ростислав Хамдамов та юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн республика Башлығынан рәхмәт хаттары алды.

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, награда өсөн, республикабыҙҙа фехтование үҫешенә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ Фехтование үҙәге өсөн рәхмәт. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Фехтование буйынса Рәсәй чемпионатын, уҡыусыларҙың йәйге Спартакиадаһын үткәрҙек. Хатта әле лә унда ил беренселеге ярыштары бара. Беҙҙең спортсылар Рио-де-Жанейрола уҙырға тейешле донъя беренселегенә үтте. Яңы еңеүҙәргә ышанабыҙ», — тине Раил Нәғимов.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-09/glava-bashkirii-nagradil-pobediteley-kubka-mira-po-fehtovaniyu-4570292

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика