Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.55
-0.36
90.29
-0.83
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль , 11:37

Башҡортостан грэпплерҙары Европа беренселегендә сығыш яһай

Башҡортостандың Спорт министрлығы / матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы / матбуғат хеҙмәте

Наро-Фоминскиҙа «ГИ» һәм «НО-ГИ» бүлектәрендә грэпплинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Дүрт көн эсендә Башҡортостан көрәшселәре 43 миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Дөйөм команда зачетында «ГИ» бүлегендә республикабыҙ командаһы еңеүсе булды, ә «НО-ГИ» бүлегендә беҙҙекеләр өсөнсө урынды алды.

Шулай итеп, Башҡортостандан 24 спортсы Европа беренселегендә сығыш яһай. Турнир май айында Әрмәнстанда үткәрелә.

Хәбәр иткәнбеҙсә, Башҡортостан спортсылары фехтование буйынса Донъя кубогында алтын һәм көмөш миҙал яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-06/grepplery-iz-bashkirii-vystupyat-na-pervenstve-evropy-4566238

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас