

Токиола Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Өфө слаломсыһы Алһыу Минәзева Австралияла халыҡ-ара ярыштарҙа сығыш яһарға әҙерләнә.
2026 йылдың февралендә Австралияла Penrith Open һәм Australian Open ярыштары ойошторола, унда бар донъянан ишкәксе-слаломсылар йыйыла. Ике турнир ҙа ағымдағы йылға Халыҡ-ара каноэ федерацияһының донъя рейтингына инә, был иһә спортсыларға каноэла, байдаркала һәм каякта ишеү ярыштарында рейтинг мәрәйҙәре йыйырға мөмкинлек бирә.
«Мөмкинлек һәр ваҡыт бар. Был миҙгел-ара ярыштарға махсус, донъя чемпионатына кеүек әҙерләнмәйбеҙ», — тип һөйләне Алһыу Минәзева «Башинформ»ға.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Алһыу Минәзеваның Австралияла донъя чемпионатында көмөш миҙал яулауы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.