Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-21 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ғинуар , 22:48

«Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы

Бөгөн юлаевсылар Омскиҙың «Авангардынан» сентябрҙәге еңелеүҙәре өсөн реванш алды. Уйын 4:3 иҫәбе менән тамамланды.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының телеграм-каналы
Фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубының телеграм-каналы

Юлаевсылар быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр алты һаҡсы менән боҙға сыҡты. Уйын алдынан команда капитаны Григорий Панин ауырып китте, тип хәбәр итте «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Виктор Козлов. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр тәүге минуттарҙан уҡ уйынды үҙ ҡулына алған хужаларға бирешмәне.

Беренсе осор уртаһында ике яҡлы штрафтан һуң командалар 4-кә 4 уйынға ҡалды. Ошондай форматта көтмәгәндә «йәшелдәргә» бәхет йылмайҙы. Егор Сучков шайбаны хужалар зонаһында алғандан һуң Ярослав Цулыгинға пас бирҙе. Ул ныҡышып икенсе һуғыуҙан ҡапҡаға шайбаны индереп ҡуйҙы һәм уйында иҫәпте асты.

«Авангард» баш ҡалҡытырға бирмәй һөжүм итте. Әммә юлаевсылар тыныс ҡына һаҡланып, һәр килеп тыуған мөмкинлек менән файҙаланырға тырышты. Икенсе осор башында Шелдон Ремпал кинәт шайбаны эләктереп алды һәм хужаларҙың майҙанына уҡтай атылды. Девин Броссо унан пасты алғас, сәкәне менән шайбаны өҫкә осорҙо, снаряд тап перекладина аҫтына инде.

Шул уҡ ваҡытта «Салауат Юлаев» хоккейсылары һаҡ уйнаны, хаталар ебәрмәне. Тик 30-сы минутта Егор Сучков сәкәне менән дәғүәсене эләктереп, яңылышлыҡ ҡылды. Судьялар уға ике минутлыҡ штраф сәпәне. Лигала күпселектә иң яҡшыһы уйнаған «Авангард» мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырманы. Бер минут үтеүгә шайба Семен Вязовойҙың ҡапҡаһында ине.

38-се минутта юлаевсылар контратакаға йүгерҙе һәм йәнә ике мәрәйгә алға сыҡты. Дин Стюарт шайбаны ҡапҡаға оҙатҡандан һуң, Джек Родуолд сәкәне менән снарядты «Авангард» ҡапҡасыһының аяҡ араһына индереп ебәрҙе. Икенсе осор аҙағында Омск хоккейсылары оҙайлы позицион һөжүм ойошторҙо, ул Дамир Шәрипйәновтың штангаға эләгеүе менән тамамланды.

Өсөнсө осор уртаһында ҡунаҡтар Шелдон Ремпалдың етеҙлеге ярҙамында еңеүгә ышанысты тамам нығытып ҡуйҙы. Канада һөжүмсеһе ҡапҡа артында яңғыҙы ҡалды һәм шайбаны кинәт уң яҡ мөйөшкә һуҡты. Омск ҡапҡасыһы быға иғтибар ҙа биреп өлгөрмәне.

Омскиҙар лигалағы алдынғы командаларҙың береһе булыуын раҫлап, уйын аҙағында ике гол индерҙе. Бәхеткә күрә, уларға юлаевсыларҙы ҡыуып етеүгә ваҡыт етмәне. 4:3 иҫәбе менән уйын тамамланды. Уның ҡарауы, бөгөн юлаевсылар ҙа оҫта һаҡланды һәм һөжүм иткәндә сосораҡ булып сыҡты.

Шулай итеп, «Салауат Юлаев» дүртенсе уйын рәттән еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһында етенсе урында нығынды. Ҡапҡасы Семен Вязовой иң яҡшы уйынсы тип танылды, 46 шайбаның 43-өн кире ҡаҡты.

Өфө командаһы күсмә уйындарҙы артабан дауам итә, 15 ғинуарҙа Тольятти ҡалаһында «Лада» менән осрашыу көтөлә.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас