Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь , 12:12

Яҡташыбыҙ Өфөлә бокс буйынса Рәсәй чемпионатында юғары наградаға лайыҡ булды

Боксер Алина Муллағолова Рәсәй чемпионатында илдең спорт мастеры нормативын үтәне.

Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфө ҡыҙы Алина Муллағолова баш ҡалабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатында юғары наградаға лайыҡ булды. Ул беренсе ауыр алышта (48 килограмлыҡ категорияла) Иваново өлкәһенән Алеся Патлайҙы еңеп, спорт мастеры исемен яуланы.

Алыштан һуң Башҡортостан спортсыһы «Башинформ»ға үҙенең тәьҫораттары хаҡында һөйләне.

«Шәп! Көйәрмәндәр ҡеүәтләп торҙо, ҙур рәхмәт! Дәғүәсем алышта даими рәүештә өҫтөнлөк итте. Мин бирешмәнем, тренер ҡуйған бурыстарҙы үтәргә тырыштым. Киләһе дәғүәсенең көслө икәнен беләм, шуға ныҡ әҙерләнәм», — тине боксер.

Алина Муллағолова – Өфөнөң Николай Валуев исемендәге бокс мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, тренеры — Алишер Насилобеков.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-01/ufimka-zavoevala-vysokuyu-nagradu-na-chempionate-rossii-po-boksu-v-ufe-4487693

 

 

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: