

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашҡан биш яҡташыбыҙға 1 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған сертификаттар тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә үтте.
Бөгөн Дыуан районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең фигуралы шыуыу буйынса тренер-уҡытыусыһы Валерия Храмцова, Учалы районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Тимофеев, Яңауыл районы «Йәшлек» спорт мәктәбенең спорт көрәше буйынса тренер-уҡытыусыһы Илназ Ханов, Туймазы районы 2-се спорт мәктәбенең футбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Низаметдинов, Ишембай районы 3-сө спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Николай Жуков бүләкләнде.
«Беҙ ауыл тренерҙарына күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерергә теләйбеҙ. Был награда балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә, йәш спортсылар тәрбиәләүгә тос өлөш индереү ул. Яңынан-яңы еңеүҙәр яуларбыҙ», – тине Ишембай районы тренеры Николай Жуков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем артты. Шулай уҡ белгестәр 2024 йылда башланған «Ҡала тренеры» программаһында ҡатнаша ала.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.