05:46 (UTC+5), 28 Ноября 2025

Мәскәүҙә Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды

Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе – Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Мәскәүҙә Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа еңеүсе дипломын тапшырҙы.

Был еңеү — спортсыларҙың һәм уларҙың остаздарының, власть органдары вәкилдәренең уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһе, тип билдәләне республика етәксеһе. Шулай уҡ республикабыҙҙа спортты ихлас яратҡан һәм уға әүҙем ярҙам иткәндәрҙең барыһының да.

«Был награданы ҡыуаныслы хистәр менән өйгә алып ҡайтырмын һәм уға ҡатнашы булғандарға тапшырырмын. Улар – тренерҙар, методистар, физкультура уҡытыусылары, бөйөк спортсыларыбыҙ һәм спорт менән яңы шөғөлләнә башлаған малайҙар, ҡыҙҙар. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларҙың спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт һарайҙары булһын өсөн эшләйбеҙ. Михаил Владимирович, ҙур рәхмәт. Беҙ Спорт министрлығы командаһы менән килешеп эшләйбеҙ. Был эште лә дауам итербеҙ. Ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һәм барыһына ла шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡан өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Радий Хәбиров.

Республика быйыл тағы ике номинацияла өс призер иҫәбенә инде. Фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе – «Иң яҡшы спорт мәктәбе» номинацияһында, ә «Башҡортостандың адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбе «Рәсәй өмөтө: иң яҡшы спорт мәктәбе, иң яҡшы адаптив спорт ойошмаһы» номинацияһында билдәләнде.

Быйыл «Рәсәй төбәге» номинацияһында Башҡортостан менән бергә Татарстан һәм Хабаровск крайы ла еңеүгә дәғүә итте.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-11-27/bashkiriyu-v-moskve-priznali-luchshim-sportivnym-regionom-rossii-4484627

Видео: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика