

Минск ҡалаһында тхэквондо буйынса Донъя кубогы уҙҙы. Халыҡ-ара ярыштарҙа 7 илдән 700-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан 4 егет сығыш яһаны, уларҙың һәр береһе үҙ категорияһында иң яҡшылар иҫәбенә инде.
Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өфөләр Рахман Сәфиуллин һәм Денис Хөсәйенов «спарринг» дисциплинаһында алтын миҙал яуланы.
Шулай уҡ «туль» формаль комплексында Өфөнән Илһам Науразбаев айырылып торҙо, ул көмөш наградаға лайыҡ булды, ә Нефтекаманан Евгений Андреев пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.