Башҡортостан Милли спорт премияһында «Рәсәй Федерацияһында спорт үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Һөҙөмтәләр иртәгә, 27 ноябрҙә иғлан ителәсәк, тип хәбәр итте БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов.
Бынан тыш, премияға республикабыҙҙың республикабыҙҙың ике спорт ойошмаһы тәҡдим ителгән. БР Адаптив спорт үҙәге «Рәсәй өмөтө: адаптив спортты иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында еңеүгә дәғүә итһә, Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе «Илдең иң яҡшы спорт мәктәбе» исеме өсөн көрәшә.
Шуныһы мөһим, Башҡортостан был мөһим сарала йыл һайын ҡатнаша. 2019 йылда республикабыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге исеменә лайыҡ булғайны. 2024 йылда Башҡортостан топ-3 төбәк иҫәбенә инде, спортсылар араһында өсөнсө урынды Олимпия уйындары еңеүсеһе Семен Елистратов яуланы.
Милли спорт премияһы — физик культура һәм спорт өлкәһендә абруйлы наградаларҙың береһе. Ул 2010 йылда Рәсәй хөкүмәте тарафынан булдырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.