
Өфөнән халыҡ-ара гроссмейстер Айнур Шәйбәков донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов. Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев һәм ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ике көмөш миҙал яуланы. Ишембайҙан Әлиә Әминева бронза миҙал алды.
Стәрлетамаҡтың йәш шахматсылары ла уңыштары менән айырылып торҙо. Розалина Яушева йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя беренселегендә алтын, ә Мелания Мөлөкова бронза миҙалға лайыҡ булды.