

Форум барышында Радий Хәбиров ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға төбәк сәйәсәтенең физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендәге төп йүнәлештәре, республикала төҙөлгән эре спорт объекттары хаҡында һөйләне.
«Спорт — дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Беҙ уға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың спорт инфраструктураһы һәйбәт үҫешкән, беҙҙә көслө спорт командалары һәм төрлө дисциплинала уңышҡа өлгәшкән спортсылар күп. Спорт объекттары төҙөйбөҙ, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырабыҙ. Киләсәктә ишеү слаломы комплексы объекттарын, еңел атлетика манежын төҙөйәсәкбеҙ. Алда ҙур эштәр тора. Бөтә ниәттәрҙе тормошҡа ашырырбыҙ тип уйлайым», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы спорт һәм физкультура үҫеше буйынса кәңәшмәлә һәм пленар ултырышта ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын 70 процентҡа тиклем арттырырға ҡушты. 2019 йылда Башҡортотсанда был күрһәткес 45,2 процент булһа, 2024 йылда 62 процентҡа тиклем күтәрелде.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан делегацияһының «Рәсәй – спорт державаһы» форумына юлланыуы хаҡында яҙғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.