
24 октябрҙән 27 октябргә тиклем Краснодар крайының Никитин ҡасабаһында ишкәкле слалом буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Унда Рәсәйҙең алты төбәгенән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостандан ошо абруйлы старттарҙа Глеб Рубцов сығыш яһаны.
Башҡортостандың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Глеб ярышта ике миҙал яуланы. Яҡташыбыҙ байдаркала ишеүҙә – алтын, каноэла яңғыҙ ишеүҙә иһә көмөш миҙалға лайыҡ булды.