
Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Европа чемпионы, каратэ буйынса 4 тапҡыр ил чемпионы Эрнест Шәрәфетдинов «Moscow karate Universe» халыҡ-ара турнирына әҙерләнә. Ярыштар 31 октябрҙә Мәскәүҙә башлана.
Эрнест Шәрәфетдинов Өфөнөң 12-се олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Николай Балабанов етәкселегендә шөғөлләнә.
Башинформ шулай уҡ яҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдиновтың карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яулауын хәбәр иткәйне.