05:58 (UTC+5), 21 Октября 2025

2026 йылда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә «Ауыл тренеры» программаһы эшләй башлай

Ауыл табибы һәм уҡытыусыһы кеүек, ауылға эшкә ҡайтҡан тренерға ла 1 миллион һум аҡса түләнә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Гөлфиә Акулова

Быйыл Алыҫ Көнсығыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың 26 төбәгендә ошо программа эшләй башланы. Субъекттарға белгестәр йәлеп итеү өсөн 90 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте.

50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға эшкә килгән физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр бирелә торған компенсация алырға мөмкин. Алыҫ Көнсығышта түләү күләме — 2 миллион һум, башҡа төбәктәрҙә иһә 1 миллион һум.

2026 йылдан «Ауыл тренеры» программаһы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ғәмәлгә индерелә башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай программаны тәүгеләрҙән булып республикабыҙ башлап ебәрҙе. 2020 йылдан республикала «Ауыл тренеры» программаһы эшләй. Ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа буласаҡ чемпиондар тәрбиәләргә теләгән йәш белгестәр бер тапҡыр 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-10-20/v-2026-godu-vo-vseh-regionah-rossii-zapustyat-programmu-zemskiy-trener-4434452

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика