11:46 (UTC+5), 20 Октября 2025

Өфөнән Анна Китабова – бодибилдинг буйынса донъя чемпионы

Фото: Анна Китабованыҡы
Ләйсән Закирова

Өфөнән Анна Китабова ошо көндәрҙә Дубайҙа үткән халыҡ-ара турнирҙа фит-моделдәр араһында донъя чемпионы тип танылды. Спортсы буйы 162 сантиметрға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында  иң яҡшыһы булды, шулай уҡ фит-моделдәрҙең абсолют категорияһында бронза миҙал яуланы.

«Мин биш йыл донъя чемпионатында ҡатнашыу тураһында хыялландым. Әммә сәйәси хәлгә бәйле оҙаҡ ваҡыт беҙҙең йыйылма команда өсөн был мөмкин түгел ине. Тимәк, һуңғы биш йылда мин – Рәсәйҙән беренсе донъя чемпионы», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анна Китабова.

Чемпионатта донъяның 60-тан ашыу фитнес-моделе ҡатнашты, Япония, Болгария, Эстония, Польша, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡытай вәкилдәре бар ине.

Был иһә Өфө һылыуҡайының беренсе титулы түгел. Анна Китабова – ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, бодибилдинг буйынса халыҡ-ара чемпионаттар еңеүсеһе лә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-10-20/ufimka-anna-kitabova-stala-chempionkoy-mira-po-bodibildingu-4434001

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика