Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.96
-0.9
92.68
-1.24
62.57
+0.18
9+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь , 17:52

Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлөшөнә старт бирҙеләр

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты һәм Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ һалыу тантанаһында ҡатнашты.

Ике мең квадрат метрлыҡ яңы объект Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөләсәк. Бинала 150 тамашасыға иҫәпләнгән спорт залы, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, күнекмәләр бүлмәләре, административ һәм ярҙамсы помещениелар урынлашасаҡ.

Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала спортты үҫтереүгә, йәштәрҙе уның менән таныштырыуға ҙур урын бирелеүен билдәләне.

«Өфөлә тиҙҙән яңы спорт объекты асыла. Өҫтәл теннисы - бик әүҙем һәм мауыҡтырғыс спорт төрө. Александр Михайлович Бабаковҡа республикабыҙҙа өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлөшөнә булышлыҡ итеүе өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Республика халҡы исеменән ҙур рәхмәт, - тине төбәк етәксеһе. - Был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, беҙҙең балалар спорт менән теләп шөғөлләнә. Уларға был мөмкинлекте булдырыу өсөн беҙ тырышасаҡбыҙ. Беҙҙә ҙур еңел атлетика аренаһы проекты әҙер, унда яҡынса 30 спорт төрө үҫешәсәк. спорт залдары, көрәш, футбол майҙансыҡтары һәм теннис стадиондары буласаҡ».

Александр Бабаков Башҡортостан етәкселегенә уртаҡ башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Беҙҙең бөтә проекттар ҙа халыҡ өсөн. Бөгөн мин күп йәштәрҙе күрәм — тимәк, бында Олимпия бейеклектәренә өлгәшергә теләүселәр йә үҙ ғүмерен өҫтәл теннисы кеүек иҫ киткес спорт төрөнә бағышларға теләүселәр күп буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты. - Беҙҙең дәүләт башлығы йыш ҡына Рәсәй үҙенең бөйөклөгөн күп милләтле халҡы арҡаһында һаҡлай, ти. Һеҙ илебеҙҙе бәхетле иткән кешеләр. Бөйөк дәүләт граждандары булыуығыҙҙы һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоуығыҙҙы теләйем».

Тантана барышында шулай уҡ Радий Хәбиров һәм Александр Бабаков Башҡортостан менән Рәсәй өҫтәл теннисы федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ өҫтәл теннисын республикала төп спорт төрө булараҡ үҫтереүҙе, халыҡтың һаулығын нығытыу өсөн шарттар булдырыуҙы, спортсылар резервын һәм юғары спорт оҫталығы мәктәбен әҙерләүҙә булышлыҡ итеүҙе, илдең инфраструктураһын нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Сара аҙағында хөрмәтле ҡунаҡтар махсус арт-объектҡа ваҡыт капсулаһын урынлаштырҙы. Буласаҡ спортсыларға мөрәжәғәтте Волга буйы федераль округында үткән «Ватан һаҡсылары» кубогы чемпионы Владимир Егоров һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ольга Байраҡова уҡыны.

Шуныһын һыҙыҡ аҫтына алыу мөһим, Башҡортостанда өҫтәл теннисы 1928 йылдан алып үҫешә, әле был спорт төрө менән 25 мең кеше шөғөлләнә. 1990 йылдан алып республика Рәсәйҙең 11 спорт мастеры, 400-ҙән ашыу спорт мастерлығына кандидат, төрлө категориялағы 12 мең спортсы әҙерләнгән. Республикабыҙ командаһы Рәсәйҙә иң яҡшы унау иҫәбенә инде – 2022 һәм 2024 йылдарҙа Рәсәй чемпионатында өсөнсө, ә 2022 йылда Рәсәй кубогында көмөш миҙал яулап, башҡорт өҫтәл теннисы тарихында рекорд ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-10-10/v-ufe-dali-start-stroitelstvu-tsentra-nastolnogo-tennisa-4423031

Авторҙар:Инсаф ХужабиргановАзат Ғиззәтуллин
Читайте нас: