06:18 (UTC+5), 29 Сентября 2025

Республика паралимпиясылары – еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты призерҙары

Был хаҡта республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Фото: Руслан Хәбибов
Әлфиә Әһлиуллина

«Беҙҙең ҡыҙҙар Һиндостанда еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында бронза призер булды. Һөңгө ырғытыуҙа (F13 категорияһы) Анна Кулинич-Сорокина бронза миҙал яуланы. 1500 метрға йүгереүҙә (Т13 категорияһы) Елена Паутова бронза призер булды», — тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә.

Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ярыштарҙа донъяның 100 иленән 2 меңдән ашыу спортсы ҡатнаша.

Бынан алдараҡ Рәсәй йыйылма командаһы составындағы Башҡортостан паралимпиясылары Андрей Николаев һәм Игорь Бобырёв Сингапурҙа һыу спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-09-29/paralimpiyki-bashkirii-stal-prizerami-chempionata-mira-po-legkoy-atletike-4405575

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика