Башҡортостандан Иван Гаврилов «Восток» командаһы составында спидвей буйынса Рәсәй чемпионы булды. Башҡортостан мотоуҙышсыһының еңеүе тураһында Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге хәбәр итә.
Уҙыштар Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында үтте. Иван Гаврилов Владивостоктан «Восток» командаһының еңеүенә тос өлөш индерҙе һәм Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Ул команда үткәргән алты уйынында дүртәүһендә сығыш яһаны һәм 18 мәрәй индерҙе. Шәхси иҫәптә ла Иван Гаврилов алға бер аҙым яһаны: йәйҙең һуңғы көнөндә Октябрьскийҙа 19 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге финалында дүртенсе урынды алды.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандан мотоуҙышсы Иван Гавриловтың Рәсәй беренселегендә еңеүе хаҡында хәбәр иткәйне.