Башҡортостандан роллер Леонид Парфентьев Ҡытайға күнекмә йыйындарына юлланды. Ул тректа әүҙем шөғөлләнә һәм донъя чемпионатына әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан.
Леонид Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Спидскейтинг буйынса донъя чемпионаты 13-21 сентябрҙә Ҡытайҙың Бэйдайхэ ҡалаһында үткәрелә.