

Вице-премьер һүҙҙәренсә, «Башҡорт аты» фестивалендә тәүге тапҡыр «Тәңкә алыу» ярышы уҙғарыла.
«Башҡорт аты» — республикабыҙҙың иң сағыу сараларының береһе. Быйыл фестивалдең спорт программаһын киңәйтергә булдыҡ. Мас-рестлинг һәм грэпплинг, көрәш һәм «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса турнирҙар үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, беҙҙе уҡ атыусылар өсөн «Ирәндек мәргәне» ярышы, ат сабыштары көтә», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ фестивалдә Баймаҡ районының һәм Сибай ҡалаһының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса финал уйындарын үткәреү, ГТО нормативтарын үтәү планлаштырыла.
Спорт ярыштарынан тыш, программала аттар парады, театрлаштырылған тамаша, кәсептәр күргәҙмәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты бар.
«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 6 сентябрҙә Баймаҡ районында ойошторола. Күләмле сара дүртенсе йыл үткәрелә, төп маҡсаты — башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.