09:29 (UTC+5), 27 Августа 2025

Республикала 32 тренерға миллион һумлыҡ грант тапшырыла

Башҡортостан вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған ултырышында ошо турала белдерҙе.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте
Инсаф Хужабиргәнов

Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, республикала спортсыларға һәм тренерҙарға һөҙөмтәле ярҙам системаһы булдырылған. Быйыл 32 тренер «Ауыл тренеры» һәм «Ҡала тренеры» проекттарында ҡатнашҡан. Уларҙың һәр береһе 1 миллион һум аҡса тапшырыла.

Башҡортостанда 141 спорт төрө үҫтерелә, 129 аккредитацияланған спорт федерацияһы эшләй. Вице-премьер әйтеүенсә, республикабыҙҙан 400-ҙән ашыу атлет Рәсәйҙең йыйылма командалары составына инә. Алты ай эсендә улар меңдән ашыу миҙал яулаған.

Шулай уҡ тренер-уҡытыусыларҙың эш хаҡын уҡытыусыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡына еткереү ярҙам сараларының береһе булып тора. Беҙҙең төбәктә иһә 52 мең һумдан ашыу. Был маҡсатҡа муниципаль берәмектәргә 208 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.

Республикала лайыҡлы спорт инфраструктураһы булдырыла, тип өҫтәне вице-премьер. «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекты сиктәрендә Октябрьский ҡалаһында бассейн һәм Стәрлетамаҡта «Алға» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы. 

«Ыңғай динамика күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, беҙ өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында – бассейндар, Ауырғазы районының Талбазы ауылында стадион төҙөлөшөн тамамларға кәрәк», – тип өҫтәне Руслан Хәбибов.

Бынан тыш, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең социаль адаптацияһына етди иғтибар бүленә. Быйыл «Батырлыҡ» төбәк проектында 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Өфөлә следж-хоккей буйынса «Булат» командаһы төҙөлдө.

«Бөгөн Башҡортостан физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Физик культура һәм спорт өлкәһендәге эшебеҙҙең сифатын баһалауҙың төп күрһәткесе – сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп ителгән халыҡ һаны. Беренсе ярты йыллыҡта был күрһәткес 62,6% тәшкил итте (план 63,0%)», – тип билдәләне Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-08-27/v-bashkirii-32-trenera-poluchat-grant-v-million-rubley-4363644

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика