«Ватанды һаҡлаусылар кубогы» төбәк-ара ярыштарында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында үтте. Турнирҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 130-ға яҡын МХО ветераны ҡатнашты.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан командаһы Кубокта уңышлы сығыш яһаны. Яугирҙәр өҫтәл теннисы буйынса өс алтын миҙал яуланы. Өфөнән Дмитрий Феликсов, Стәрлетамаҡтан Владимир Егоров һәм Шишмә районынан Рауил Шәңгәрәев чемпион исеменә лайыҡ булды. Бынан тыш, ветерандар командаһы ултырып волейбол уйнау буйынса ярышта көмөш миҙал алды.
Ярышта еңеүем көтөлмәгән хәл булды, тип шатлығын йәшермәй Владимир Егоров.
«Шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Әлеге ваҡытта мин Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса МХО ветерандары ассоциацияһы рәйестәше булып торам. «Ватанды һаҡлаусылар» фондына ошондай сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм, ярыш ваҡытында янда булған һәм ярҙам иткән тренерҙарға, егеттәргә рәхмәт», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Владимир.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, сараның йомғаҡтары буйынса филиалда яңы эш йүнәлештәре индерелә.
Команданың остазы һәм кураторы булып дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитеты президенты кәңәшсеһе Ирек Зарипов сығыш яһаны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.