

16 августа Ишембай районында «Спорт ере – 2025» сәләмәт йәшәү рәүеше һәм спорт марафонының төбәк этабы ойошторола. Был турала ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Спорт фестивалендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Күләмле проект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы һәм «Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, күмәк спортты үҫтереүгә һәм тәбиғәттә әүҙем ял итеүгә ыңғай мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән.
Фестивалдә ҡатнашыусылар төрлө спорт дисциплиналарында көстәрен һынап ҡарай ала. Атап әйткәндә, бында футбол, волейбол, көрәш, мас-рестлинг, көс экстримы, рус лаптаһы, традицион уҡтан атыу һәм башҡа ярыштар була.
Бер нисә номинацияла еңеүселәр 20 сентябрҙә Сочиға «Спорт ере» фестиваленең Бөтә Рәсәй этабына бара ала.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.