12:32 (UTC+5), 04 Августа 2025

Благовещенда бассейн менән «Zаряд» физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Бөгөн, 4 августа, Благовещенда «Zarяд» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы үтте. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы Башҡортостан менән «Роснефть» араһында хеҙмәттәшлек сиктәрендә «Башнефть» компанияһының финанс ярҙамы менән төҙөлдө. Был иһә Благовещенда беренсе спорт комплексы.

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Чернов һәм башҡалар ҡатнашты.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө 2022 йылда башланды. Дөйөм майҙаны 4,5 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бинала дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән 25 метрлыҡ бассейн, көрәш, тренажер һәм универсаль залдар бар.

«Бөгөн ҡыуаныслы көн. Беҙ «Заряд» физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Благовещенда 35 мең кеше йәшәһә лә, бында ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексы юҡ ине. Шуға төҙөлөш эштәрен башлап ебәрҙек. Бөгөн благовещендар һәм беҙҙең, республика өсөн үтә мөһим көн булып тора. Мин иң тәүҙә үҙебеҙҙең «Башнефть» компанияһына рәхмәт белдерәм, сөнки тап «Башнефть» ҡалаға, республикабыҙға ошондай шәп бүләк яһаны. Хөрмәтле Владимир Николаевич, «Башнефть» командаһына ҙур рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.

«Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Чернов та ҡала халҡын физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы менән ҡотланы.

Уны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы «Динамо Юниор» командаһы һәм республика юғары уҡыу йорттары студенттарының интернациональ йыйылма командаһы араһында баскетбол буйынса иптәштәрсә матчта символик рәүештә туп ырғытты. Радий Хәбиров ҡунаҡтар менән тренажер залында ГТО нормативын тапшырыу йомғаҡтары буйынса физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификат алған пенсионерҙар менән аралашты. Көрәш залында Джефф Монсон һәм МХО яугире Руслан Сафин Благовещен ҡалаһының олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн спорт көрәше (грепплинг) буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Йөҙөү бассейнында олимпия чемпионы, күп тапҡыр СССР чемпионы һәм рекордсмены Вениамин Таянович йәш йөҙөүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-08-04/v-bashkirskom-blagoveschenske-otkryli-novyy-fok-s-basseynom-zaryad-4337772

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика