Ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле спортсылар ҡатнашты. Сибайҙан МХО ветераны Сергей Ипатов турнирҙа уңышлы сығыш яһап, 3-сө урынды алды. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры «Көслө кешеләр» төбәк проектының дауамы булып тора, уның маҡсаты – спорт ярҙамында хәрби хәрәкәттәр ветерандарын яраҡлаштырыу. Сараға абруйлы ҡунаҡ – армрестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин килгәйне.