Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.55
+0.69
93.35
+0.01
68.36
-0.82
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 09:19

Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева Мәскәүҙә Көслөләр кубогында алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан танылған слаломсы Алһыу Минәзева Мәскәүҙә Көслөләр кубогында алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Мәскәү өлкәһендә 24 йәшкә тиклем ишкәкле слалом буйынса Рәсәй беренселеге бара. Алһыу Минәзева С-1Ж класында беренсе урынды алды.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан спортсыһы Алһыу Минәзеваның бишенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-07-24/alsu-minazova-iz-bashkirii-zavoevala-zoloto-na-kubke-silneyshih-v-moskve-4325560

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: