Болотло көн дә, мотоциклдарҙың көслө мотор тауыштары ла – сарала булған һәр күренеш ҡайғыға һалды. Йәнә бер ҡабат был тормоштоң фанилығына инандырҙы. Ысын кеше, донъя чемпиондары әҙерләйәсәк шәп тренер ине, тип иҫкә алды Николай Красниковты Мәскәү ҡунағы, Рәсәй Мотоциклет федерацияһы вице-президенты Евгений Паршин.
«Әле ниндәй кешене юғалтҡаныбыҙҙы аңлап та етмәйбеҙ. Ул беҙҙең федерацияның бүлектәренең береһен етәкләргә, чемпиондар үҫтерергә тейеш ине. Рәсәй Мотоциклет федерацияһы боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының бер этабын Николай Красников иҫтәлегенә бағышларға ҡарар итте», — тине Евгений Паршин.
Николай Красников төрлө илдәрҙә сығыш яһап, 20 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Һәм һәр ярышта уны атаһы, тәүге тренеры Олег Красников оҙатып бара. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов Олег Николаевичтың, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
«Һуңғы йылдарҙа Николай Олегович спорт мәктәбе директоры булып эшләне, ҡыҫҡа ваҡытта ҙур уңыштарға өлгәште. Ул һәр саҡ үҙ эше менән янып йәшәне, республикала мотоспортты үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур пландар ҡорҙо. Беҙ хөкүмәткә Николай Красников иҫтәлегенә бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар үткәреү буйынса тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ», — тине Руслан Хәбибов.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Николай Красниковтың уның өсөн ысын дуҫ булыуын билдәләне.
«Башҡортостанда Красниковты белмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. Уның сығыштарын ҡарарға халыҡ стадиондарға килде. Ул барыбыҙға ла ысын дуҫ ине, һуңғы йылдарҙа бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, бергә эшләнек», — тине Ирек Сәғитов.
Николай Красниковты тиҫтәләгән мотоциклдың көслө мотор тауышы аҫтында спорт мәктәбенән алып сыҡтылар. Матәм кортежын Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүселәре оҙатып барҙы. Красников үҙенең тыуған төйәгендә, Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһында ерләнәсәк. Хушлашыу 19 июндә сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, легендар мотоспортсы Николай Красников кисә төндә Кушнаренко районында трассала аварияға осрап һәләк булды. Ул идара иткән «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙаттан килгән «Газель» һәм «Ситрак» йөк машиналары менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә спортсы тиҙ ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.