Өфө роллеры Демид Ручко Һарытауҙа уҙған фристайл буйынса ярышта яңы рекорд ҡуйҙы. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Демид ике дисциплинала — юғары тиҙлекле һәм команда слаломында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ Виктория Пузырникова (юғары тиҙлекле слалом), Эмиль Шәмсетдинов һәм Маргарита Краснова (команда слаломы) алтын миҙалдар яуланы. Ульяна Бурунова (роллер кросс) көмөш награда алды.
Бынан алдараҡ республикабыҙҙан еңел атлет Волга буйы федераль округы беренселегендә илдең яңы рекордын ҡуйҙы.