Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.39
+0.1
91.74
+1.9
67.92
+0.78
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июнь , 13:50

Яҡташыбыҙ Константин Лобанов – спорт көрәше буйынса Рәсәй чемпионы

Башҡортостандың Спорт министрлығы
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостандан Константин Лобанов спорт көрәше буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Башҡортостан көрәшселәренең еңеүе тураһында республиканың спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Келәм батырҙары араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй асыҡ чемпионаты Смоленскиҙа үтте. Унда 4 илдән 350-нән ашыу спортсы миҙалдар һәм донъя чемпионатына юллама өсөн көс һынашты.

Октябрьский ҡалаһынан Константин Лобанов ил чемпионы исеменә лайыҡ булды. «В» дивизионында ул 130 килограмға тиклемге категорияла алтын миҙал яуланы. «С» дивизионында (70 килограмм) бронза награданы Илмир Ғәйнетдинов алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-16/konstantin-lobanov-iz-bashkirii-stal-chempionom-rossii-po-sportivnoy-borbe-4277000

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: