Йәштәр араһында Фехтование буйынса Рәсәй беренселеге Башҡортостан рапирасыларының еңеүе менән тамамланды, тип хәбәр итте республиканың вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.
Фехтование буйынса Рәсәй йәштәр беренселеге Тула ҡалаһында үтте. Рапирала фехтование буйынса команда ярыштарында Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Әмир Фәхретдинов һәм Дәүләт Хәйретдинов алтын миҙал алды. Икенсе урында – Санкт-Петербург спортсылары, өсөнсөлә иһә Түбәнге Новгород өлкәһе яулай.
«Афарин, егеттәр! Башҡортостан фехтованиеһының киләсәге», – тине Руслан Хәбибов.