04:17 (UTC+5), 15 Мая 2025

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды

Фото: Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында карате буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Яҡташыбыҙҙың еңеүе тураһында баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов хәбәр итте.

Быйыл апрелдә Эрнест Шәрәфетдинов Ереванда Европа чемпионатына заявкаға инде. Турнирҙа ул үҙен бик яҡшы күрһәтте һәм алтын миҙал яуланы.

Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналыӨфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналы
Фото: Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналы

«Эрнест — Өфөнөң Калинин районы 12-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Рәсәй каратисы. Ул бер нисә тапҡыр донъя чемпионаты призеры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Уның Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры статусы юғары әҙерлек кимәле һәм үҙ эшенә тоғролоғо хаҡында һөйләй», — тип яҙа Ғәзизйән Әхмәтйәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Бынан алдараҡ Башҡортостан боксёры Бекхан Исраилов Гомелдә бокс буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа икенсе урынды алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-05-14/ernest-sharafutdinov-iz-ufy-stal-chempionom-evropy-po-karate-4235499

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика