Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель , 14:21

Республикабыҙ шашкасыһы – Рәсәй беренселегенең абсолют еңеүсеһе

Башҡортостандың Спорт министрлығы
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы

Ишембайҙан шашкасы Ульяна Тафинцева «һуҡырҙар спорты» буйынса Рәсәй беренселегенең абсолют еңеүсеһе исемен яуланы.

Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар Кострома ҡалаһында үтте. Ишембайҙан 11 йәшлек Ульяна программаның өс төрөндә лә чемпион булды (классик, тиҙ, йәшен тиҙлегендәге шашкалар).

Ульяна Тафинцева Ишембай ҡалаһының шашка буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, уның тренеры — рус шашкаһы буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры, Рәсәйҙең спорт мастеры Янис Сафин.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-04-17/shashistka-iz-bashkirii-stala-absolyutnoy-pobeditelnitsey-pervenstva-rossii-4201995

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: