

Беҙҙең юлаевсылар командаһында үҙебеҙҙең милләттәштәр уйнамағас, хоккейҙы ҡарауы ла ҡыҙыҡ түгел, тип ҡуя бәғзе башҡорт көйәрмәндәре. Хәйер, улар хаҡлылыр ҙа. Шулай ҙа бөгөн ситтәге командалар өсөн уйнаған оҫта хоккейсыларыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин, Марат Хөснөтдинов һ.б. менән ғорурланабыҙ. Юлаевсыларға яңы ҡушылған Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында шәп сәкән һуғыусылар күп, шуларҙың береһе — Илдан Ғәзимов.
«Мине лә башҡорт итеп бөттөләр. Шулай ҡабул итеүҙәренә үпкәләйем дә, өндәшмәйем дә. Минең менән ғорурланһындар, әйҙә», — ти көлөмһөрәп Яр Саллы ҡалаһы егете Илдан Ғәзимов.
Илдан — Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 17 йәшендә Канадала тәжрибә туплаған, икенсе йәштәр лигаһында 42 уйында 48 мәрәйгә өлгәшкән. Былтыр «Салауат Юлаев»тың төп составына ҡушылған егет плей-оффтың беренсе һынауында «Себер»гә гол индереп, көйәрмәндәр хәтерендә ҡалды. Был уның плей-оффта индергән тәүге шайбаһы ине.
«Был әллә ни ҙур ҡаҙаныш кеүек тойолмай. Мин шайбаны алыҫтан һуҡтым һәм нимә булғанын да аңламаным. Трибуналағы халыҡ дәррәү күтәрелгәс кенә, ҡапҡаға ингән шайбаны күреп ҡалдым. Ә бына даими миҙгелдәге тәүге гол хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. Ғүмер буйы Континенталь лигала уйнау тураһында хыялланаһың, ә һуңынан тәүге голыңды индерәһең... Иҫ киткес шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды. Дөйөм алғанда, карьерам дөрөҫ үҫешә тип уйлайым. Лигала оҫта хоккейсылар, ярыш сәме бар, әлбиттә, яңылышыу хатаһы ҡиммәтле», — тип һөйләне Илдан.
Хоккейсылар милли үҙаңын онотмай. Мәҫәлән, күптән түгел Канаданан килгән һөжүмсе Джошуа Ливоны милли аш-һыу менән һыйлағандар.
«Беҙҙә сит ил хоккейсылары күп. Әммә командабыҙ бик татыу. Инглизсә һөйләшәбеҙ, үҙ-ара шаярабыҙ. Хоккейсыларға милли мәҙәниәтебеҙ тураһында һөйләргә, милли аш-һыуыбыҙ менән һыйларға тырышам. Мәҫәлән, Ливо Американан килгәс, ҡымыҙ һәм сәк-сәктән ауыҙ итте», — ти юлаевсы.
Әлбиттә, төп һорау — бөгөнгө уйындар. Юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубынан ике тапҡыр еңелгәндән һуң үҙен нисек тоя? Ярымфиналға үтә алырҙармы? Илдан Ғәзимов ошо хаҡта ла һөйләне.
«Спартак» менән уйнау ауырыраҡ, тип әйтә алмайым. Был бөтөнләй икенсе команда. «Себер»ҙән айырмалы рәүештә, улар асыҡ уйнайҙар, ябылып-бикләнеп ултырмайҙар, — ти Илдан. — Беҙ икенсе һәм өсөнсө уйындарҙы ла еңер инек, тәүгеһен 4:1 менән тамамлап яҡшы булғайны. Әммә хаталар ебәрҙек, һөҙөмтәлә мәскәүҙәр һуңғы минутта еңел генә гол сәпәне. Хаталанмаһаҡ, еңәсәкбеҙ. Команданың кәйефе шәп. Шул уҡ даими миҙгелдәге кеүек үк әҙерләнәбеҙ. Тренерҙарҙан талаптар бер үк».
Илданға һәм «Салауат»ҡа уңыштар теләйбеҙ!
Әлегә сирекфинал серияһында «Салауат Юлаев» «Спартак»тан 1:2 иҫәбенә еңелеп килә. Бөгөн дүртенсе уйын Мәскәүҙә үтә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.