

Башҡортостандың йыйылма командаһы етенсе тапҡыр пауэрлифтинг ил чемпионатында еңеү яуланы. Шәхси сығыштарҙа республикабыҙҙың ауыр атлеттары 15 миҙал алды, шуларҙың 7-һе – алтын, тип хәбәр итте республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.
Ярыштар Екатеринбургта үтте. Өфөнән Глеб Гавриков 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланы. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙән араһында абсолют зачетта ул икенсе булды һәм «Рәсәйҙең спорт мастеры» нормативын үтәне. Дмитрий Селянин (66 килограмм), Марсель Ударов (74 килограмм) шулай уҡ беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урын – Михаил Копытовта (120 килограмм), өсөнсөлә иһә Рамазан Шаһимәрҙәнов (+120 килограмм) һәм Данис Папикян (93 килограмм) яуланы.
Өфөнән Ян Урусов ун беренсе тапҡыр пауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионы булды (66 килограмм), ә Александр Сыкменев 120 килограмм ауырлыҡ категорияһында унынсы тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яҡланы. Станислав Урусов та (74 килограмм) алтын миҙал яуланы, Анатолий Килюшев (59 килограмм) һәм Дмитрий Селянин (66 килограмм) – бронза призерҙар. Дмитрий шәхси рекорд ҡуйҙы – 225 килограмм.
Александр Сыкменев, Ян һәм Станислав Урусов сентябрҙә Гонконгта Азия чемпионатында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһы составына инде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.