Башҡортостандың «Динамо» йәмғиәтенең йөҙ йыллыҡ юбилейы — республиканың спорт йәмәғәтселеге өсөн мөһим ваҡиға. «Динамо»ның бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.
1925 йылда Эске эштәр халыҡ комиссариатының физкультура түңәрәктәре булараҡ эшләй башлаған йәмғиәт бөгөн тиҫтәләгән мең спортсыны һәм төбәктең көс структураларын берләштерә.
«Динамо» саңғы ярыштарына, еңел атлетикаға, теннисҡа, гимнастикаға, бильярдҡа һәм башҡа популяр спорт төрҙәренә нигеҙ һалды. Уның тарихы ил яҙмышы менән тығыҙ бәйле. Һуғыш йылдарында инструкторҙар 75 мең яугир әҙерләһә, һуғыштан һуңғы осорҙа йәмғиәт ҡала спортын һәм гимнастиканы үҫтереү үҙәгенә әүерелә.
«Динамо» стадионы – республикабыҙ ғорурлығы. 1959 йылда бында боҙ юлдарында беренсе халыҡ-ара мотоуҙыштар ойошторола, улар Өфөнө трек мотоспортының баш ҡалаһына әйләндерә. Йәмғиәт республикала туплы хоккейға, ҙур футболға старт бирҙе (2009-2015 йылдарҙа «Динамо» стадионы «Өфө» футбол клубы аренаһы ине). Бөгөн уның заманса тирҙары, бассейны һәм аренаһы төрлө кимәлдәге абруйлы ярыштарҙы ҡабул итә», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең «Динамо» республика ойошмаһы хаҡлы рәүештә динамо хәрәкәте флагмандарының береһе тип иҫәпләнә.
«Һеҙҙең спортсылар – олимпия призерҙары, донъя һәм Европа чемпиондары. Бер нисә исемде әйтеп китәм. Биатлонсылар Дмитрий Соколов, Павел Мөслимов, Максим Чудов, бобслейсы Алексей Селиверстов, шорт-трексы Семен Елистратов. Һуңғы ике йылда йәмғиәт яңы кимәлгә сыҡты, «Динамо-Урал» волейбол клубын һәм «Өфө» баскетбол клубын ойошторҙо. «Динамо» йәмғиәте спортсыларына уңыштар, һаулыҡ һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләйем», — тине республика етәксеһе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.